3 декабрь, Шәмбе

14 июль 2010 йыл, 17:50

Башҡортостан наркополицияһы ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаясаҡ

автор: Юлай Мәғсүмов

Кесаҙна, 2010 йылдың 15 июлендә, Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтәсәк. Наркополицейскийҙар ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында оператив хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләйәсәк.  

Коллегия эшендә Рәсәй Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәте Тикшереү департаменты етәксеһенең беренсе урынбаҫары, полицияның генерал-майоры Нерсес Мирзоянц, шулай уҡ Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау структуралары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Сара сәғәт 10-да башлана.

темалар: анонсы