10 декабрь, Шәмбе

14 июль 2010 йыл, 15:43

Башҡортостанда урып йыйыу башланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың 26 районы ауыл хужалығы предприятиелары иген культураларын урып йыйыуға төштө. Ҡоролоҡ арҡаһында уңыш ҡыуандырырлыҡ түгел, әлбиттә. Ләкин республика аграрийҙары үҫтерелгәнде ваҡытында йыйып алырға һәм былай ҙа наҡыҫ уңышты мөмкин тиклем юғалтыуҙарһыҙ урып алырға йыйына.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сабыуҙы борсаҡтан, ужым арышынан, ужым бойҙайынан һәм тритикаленан башланылар. Бөгөнгә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 37 мең гектарҙа сабып алынған. Был планға ҡарата 30% . 26 мең гектарҙа һуғып алынған. Республика буйынса һуғылған иген 23 мең тонна тәшкил итә. Ә уртаса уңыш – һәр гектарҙан 8,9 центнер.  

Иген баҫыуҙарында Көйөргәҙе районы комбайнерҙары алда бара, унда майҙандың 22 процентында сабылған, 17 процентында һуғып алынған. Быйылғы ураҡта Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре туранан-тура һуғыу алып бара. Был районда баҫыуҙарҙың 19 процентында иген урып йыйылған. Мәләүез районында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының 17 проценты сабылған, майҙандың 15 процентында һуғып алынған.

Дүртөйлө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары баҫыуҙарында уңыш иң юғары – гектарынан 14 центнер. Мәләүез һәм Илеш райондары игенселәре 12-шәр центнер ала. Ҡоролоҡто иҫәпкә алып, агрономия хеҙмәте белгестәре, ужым культураларының уңышы сағыштырмаса юғарыраҡ, тип билдәләй. Комбайндар яҙғы культураларға күсеү менән уңыш һиҙелерлек кәм буласаҡ. Ҡоролоҡ эҙемтәһендә бөтәһе 890 мең гектар иген культуралары һәләк булды. Уларҙың һәләк булыуы буйынса акттар төҙөлдө.