5 декабрь, Дүшәмбе

14 июль 2010 йыл, 15:21

Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге микрозаймдар менән файҙаланыуҙы уңайлыраҡ итә

автор: Любовь Колоколова

«Башҡортостан Республикаһы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге» 2010 йылға иҫәпләнгән Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше һәм уларға ярҙам программаһы сиктәрендә бәләкәй бизнес вәкилдәренә микрозаймдар биреүҙең төп шарттарын үҙгәртте.  

Шулай итеп, займ килешеүе буйынса процент ставкаһы йылына 13 проценттан 11 процентҡа кәметелгән; бурыстың төп өлөшөн ҡаплау ваҡыты ике айҙан алты айға тиклем арттырылған; ай һайын түләнергә тейешле сумманан тыш, төп бурысты тигеҙ өлөштәр менән квартал һайын йәки ярты йыл һайын түләп барырға рөхсәт ителә.

Микрозаймды, бизнес планығыҙҙы күрһәтмәйенсә, эшҡыуарлыҡтың төрлө маҡсатында бер миллион һум суммаға тиклем бер йылға алырға мөмкин. Бөгөнгө көндә бындай дәүләт ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһының алты ҡала округы һәм 29 муниципаль районынан 165 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты файҙаланған. Уларға бирелгән ярҙамдың дөйөм суммаһы 120 миллион һум тәшкил иткән.

Микрофинанслау шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән www.centerrb.ru интернет-порталында танышырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 295-24-34, 294-24-35.