6 декабрь, Шишәмбе

14 июль 2010 йыл, 14:41

Рәсәй Үҙәк Банкы рәйесе урынбаҫары менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Рәйесе урынбаҫары Виктор Берестов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа  финанс институттары эшмәкәрлеге менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыуҙа банк секторының роле тикшерелде. Шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй Үҙәк банкы менән артабанғы хеҙмәттәшлеге буйынса тәҡдимдәр тураһында һүҙ алып барылды.

Мортаза Рәхимов, республика банкыларының һөҙөмтәле эшмәкәрлегенә предприятиеларҙың уңышлы үҫеше, халыҡтың тормош кимәле яҡшырыуы бәйләнгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Виктор Берестовой, Башҡортостандың кредит учреждениелары тотороҡло эшләй, клиенттарға киң банк хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтә, тип билдәләне.

Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе урынбаҫары Башҡортостан Президентына шулай уҡ банк системаһы эшмәкәрлеген һәм структураһын оптималләштереү буйынса саралар тураһында хәбәр итте. Виктор Берестовой әйтеүенсә, был процесс Башҡортостан Республикаһының Милли банкына ла ҡағыласаҡ. Оптималләштереү менән бәйле ҡайһы бер ойоштороу-техник саралар үткәреләсәк.

Осрашыуҙа Башҡортостан Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.