6 декабрь, Шишәмбе

14 июль 2010 йыл, 14:18

Республика клиник дауаханаһының йөҙҙән ашыу хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында булды. Табиптар министрҙар кабинеты башлығы менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Медиктар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙа хәлдәр торошо яҡшы яҡҡа үҙгәргән: һәр ерҙә яңы корпустар төҙөлә, элеккеһе ремонтлана, алдынғы технологиялар үҙләштерелә, заманса ҡорамалдар һатып алына. Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев уҙған йыл йомғаҡтары буйынса дауахананың матди-техник базаны үҫтереүгә 100 миллион һум алыуы хаҡында хәбәр итте. Ул Премьер-министрға уларҙы үҙләштереү һөҙөмтәһен күрһәтте.  

Санавиация өсөн һатып алынған биш яңы реанимобиль («Фольксваген» һәм «Фиат») шундай техника менән ҡоралландырылған, хатта улар ауыр хәлдәге пациенттарҙы республиканың иң төпкөл урындарынан ташый ала. Был машиналар Аҡъяр һәм Оло Ыҡтамаҡҡа барып әйләнгән дә инде.  

Ремонт, яңы ҡорамалдар терапия бүлегенең биш ҡатлы корпусына ла килеп еткән. «Гематология»ла мебелде яңыртҡандар, өс урынлыҡ асептик блок асҡандар. Унда яңы ғына химиотерапия үткән сәләмәтлеге ҡаҡшаған пациенттар ята: һауығыуға бер ниндәй инфекция ла ҡамасауламаһын өсөн уларға  таҙартылған стериль һауа бирелә. Премьер-министр гематологик пациенттарҙы тулыһынса һауыҡтырыу өсөн тағы нимә талап ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар, хәҙер тәү сиратта мейе олоно күҙәнәктәрен алыу һәм тромбоциттар әҙерләү өсөн яңы приборҙар кәрәк, тип яуапланы.  

Нейрореабилитация бүлексәһендә баш һәм арҡа мейеһе зарарланған пациенттар сәләмәтлеге тергеҙелә. Уларға бик йыш яңынан хәрәкәт итергә өйрәнергә тура килә, һәм бында уларға республика ҡаҙнаһы средстволарына һатып алынған махсус тренажерҙар ярҙам итә.  

Рәсәйҙең бер нисә дауаханаһында ғына неврология бүлексәләре инсульт блоктары менән тәьмин ителгән. Уларҙа пациенттарҙың иҫән ҡалыу һәм һаулығын тергеҙеү күрһәткестәре күпкә юғары: инсульт үткәреүселәр менән невролог, психолог, реаниматолог, башҡа төрлө белгестәр эшләй. Дауахана етәкселеге Премьер-министрға үтенесен еткерҙе: ауырыуҙарҙы күҙәтеү өсөн был блокҡа йәнә ике кардиомонитор һәм бер күтәргес кәрәк — уның ярҙамында урынынан ҡуҙғалмаған ауырыуҙар ванна инә аласаҡ.

Премьер-министрға шулай уҡ үҙ торлағы булмаған 186 дауахана хеҙмәткәре йәшәгән дауахана пансионатын күрһәттеләр. 1971 йылда төҙөлгән бина күптән ремонтлауға мохтаж. «Аҙ ҡатлы төҙөлөш» программаһы арҡаһында дауахананың 119 хеҙмәткәре тиҙ арала үҙҙәренең йорттарында йәшәй башлаясаҡ. Сиратта йәнә 185 кеше ҡалған.

Табиптар, республикалағы төп дауахананың төбәктең бар халҡы өсөн эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибары өсөн Раил Сарбаевҡа рәхмәт әйтте һәм медицинаның әһәмиәтле проблемалары киләсәктә лә планға ярашлы хәл ителәсәгенә өмөтөн белдерҙе.

Премьер-министр медиктарға, Республика клиник дауаханаһы буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү схемаһы ике аҙна дауамында эшләнәсәк, тип яуап бирҙе.

темалар: һаулыҡ һаҡлау