7 декабрь, Шаршамбы

14 июль 2010 йыл, 13:51

«Китап» нәшриәтендә «Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған фотоальбом сығарылды.

Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы тәү ҡарашҡа әллә ни ҙур ҙа түгел: тиҫтәгә яҡын хикәйә һәм очерктары, «Ялҡынлы йылдар», «Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны» повестары һәм «Ырғыҙ» романы. Әммә тап ошо әҙәби әҫәрҙәрҙең әһәмиәте уларҙың күләмендә һәм һанында түгел, ә уларҙың сифатында, яңылығында булыуы хаҡында хәҡиҡәтте иҫбатлай. Һәҙиә Дәүләтшина һәр жанрҙа ла талантлы эшләгән. Уның әҫәрҙәре һутлы, образлы теле, халыҡсан фекерләү, юғары художестволылығы менән айырылып тора. Тормош күпме генә ғазаптар килтерһә лә, ул һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәре һәм үҙ инаныуҙары өсөн икеләнеүһеҙ көрәшсе булып ҡала.  

Китапҡа Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады менән бәйле архив материалдары һәм фотографиялар индерелгән. Уларҙың күптәре әлегә тиклем бер ваҡытта баҫылмаған булған.  

Баҫма киң уҡыусылар даирәһе өсөн тәғәйенләнгән. Тиражы — 2000 дана.

темалар: нәшриәт эше