4 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2010 йыл, 13:08

Туймазы урмансылары малсыларға ярҙам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Туймазы урмансылары ауыл эшсәндәренә япраҡ аҙыҡ әҙерләргә урындар бүлеп бирергә әҙер. Был турала Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бынан тыш урман хужалығының ер биләмәләрен шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа аҫралған һыйыр малын көтөү өсөн файҙаланыу мөмкинлеге лә бар.

Бының өсөн урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар был төр эшмәкәрлек менән тәбиғәткә зыян итмәйенсә шөғөлләнеп булған урындарҙы күрһәтеп бирәсәк.  

— Һуңғы арала мал, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ баҫыуҙарҙа көтөлә, — тине «Туймазы урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы етәксеһе Рафаил Фәррәхов. – Аномаль һәм ҡоро һауа торошо арҡаһында иғтибарҙы урмандарға йүнәлтергә кәрәк. Республиканың биш районын үҙ эсенә алған беҙҙең урмансылыҡ 210 мең гектар тәшкил итә. Шуларҙың күп өлөшө тәбиғәткә зыян килтермәйенсә мал көтөүгә яраҡлы. Байтаҡ хужалыҡ етәкселәре беҙгә мөрәжәғәт итә башланы ла инде.  

Рафаил Фәррәхов әйтеүенсә, малға ашатыуға ҡайын, уҫаҡ, саған, ерек, тирәк, тал, дардар, ҡарама һәм сәтләүек ҡыуағы яраҡлы. Шулай уҡ йүкә һәм миләште файҙаланырға мөмкин.

Ә бына малдар рационына бөтөнләй индерергә ярамаған нәмә — ул муйыл һәм дәфнә, сөнки уларҙа синиль кислотаһы бар. Шулай уҡ токсик һәм ҡуҙғытыусы тәьҫиргә эйә эт муйылын, ҡара өсҡатты, һаҙанаҡ һәм бүре емешен дә аҙыҡҡа ҡулланырға ярамай.