10 декабрь, Шәмбе

15 июль 2010 йыл, 11:35

Мәскәүҙә информатика уҡытыусылары өсөн йәйге мәктәп ойошторола

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 24 һәм 25 авгусында Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының  хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетында  информатика уҡытыусылары өсөн йәйге мәктәп ойошторола.

Рәсәй төбәктәренән информатика уҡытыу методикаһы буйынса белгестәр һәм уҡытыусылар ҡатнашыуға саҡырыла. Мәктәп лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр формаһында ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусылар ятаҡта бушлай йәшәй ала, уларға шулай уҡ йәйге мәктәптә ҡатнашыусы сертификаты тапшырыласаҡ.

Педагогтар Мәскәү лицейҙары һәм мәктәптәрендә информатика буйынса махсус курстар циклын уҡытыу тәжрибәһен өйрәнәсәк, мастер-кластарҙа ҡатнашасаҡ, Мәскәү дәүләт университеты новаторҙары менән танышасаҡ.

Ҡатнашыу өсөн 20 авгусҡа ҡәҙәр itteacher@cs.msu.ru адресына заявка ебәреү мотлаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте http://iit.metodist.ru сайтынан ҡарарға мөмкин.

темалар: мәғариф