Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә 227 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды

Иҡтисад

Быйыл тәүге алты айҙа Өфөлә 227,4 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Был турала Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Ильяс Мөниров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, төҙөлөштөң бындай темптары былтырғы ошо уҡ осор кимәленән 6,9 процентҡа күберәк.

Төҙөлгән торлаҡтың күп өлөшө – 126 мең квадрат метры – аҙ ҡатлы йорттарға тура килә. Был йүнәлеш бөгөн айырыуса актуаль – йорттарҙың үҙҡиммәте артыҡ юғары түгел һәм ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлә. Шуның менән бәйле, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам итеү өсөн ҡала Советы ҡарары буйынса Өфө бюджетынан шәхси секторҙың инженер коммуникацияларын проектлауға һәм төҙөүгә 28,6 миллион һум аҡса бүленгән.

Ильяс Мөниров әйтеүенсә, 2010 йылда капиталь төҙөлөш буйынса Ҡала адреслы программаһын бойомға ашырыуға дөйөм алғанда 218 миллион һум аҡса бүленгән. Беренсе ярты йыллыҡта был аҡсанан социаль объекттар проектлауға, төҙөүгә һәм реконструкциялауға 135 миллион һум йүнәлтелгән дә инде.

Йыл аҙағына тиклем Өфөлә Ҡариҙел һәм Дим-8 биҫтәләрендә ете универсаль спорт майҙансығы, балалар баҡсалары, Сипайлово биҫтәһендә мәктәп файҙаланыуға тапшырырға, ҡаланың 26 дөйөм белем биреү учреждениеһында ашханаларҙы капиталь ремонтларға планлаштырыла. Бынан тыш, Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы 2010-2015 йылдарҙа 36 яңы балалар баҡсаһы төҙөү һәм алты элекке балалар баҡсаһын ҡайтарыу буйынса тәҡдим әҙерләгән. Сөнки бөгөн ҡалала мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында урындар етешмәү мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть