9 декабрь, Йома

14 июль 2010 йыл, 10:45

Профсоюздар Мәләүез предприятиеларына тикшереү үткәрә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Мәләүез ҡалаһы һәм районы предприятиеларында хеҙмәт һаҡлау торошона тикшереү үткәрә.

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә БР Профсоюздар федерацияһының хеҙмәт техник инспекцияһы менән Мәләүез ҡалаһының “Водоканал” муниципаль унитар предприятиеһы һәм “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тикшерелгән. Тикшереүҙәр сентябрҙә үтәсәк һәм Мәләүез районы ойошмаларында хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт һаҡлау мәсьәләләренә арналасаҡ БР Хеҙмәт һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ҡарамағындағы инспекциялар Советына әҙерлек барышында алып барыла. Был тикшереүҙәрҙә, профсоюздарҙан тыш, йәнә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Роспотребнадзорҙың БР буйынса территориаль идаралығы һәм РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе  ҡатнаша.

темалар: профсоюздар