3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2010 йыл, 16:15

Өфө Михаил Зайцев менән бәхилләште

автор: Николай Ермоленко

13 июлдә БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың тәүге Рәйесе Михаил Алексеевич Зайцев менән бәхилләшеү булды.

Матәмдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Матәм митингыһын асып, Константин Толкачев Михаил Зайцев биографияһының төп осорҙарын хәтергә төшөрҙө. “Михаил Алексеевичтың бөтә ғүмер һәм хеҙмәт юлы — үҙ эшеңә тоғролоҡтоң һәм эшһөйәрлектең сағыу өлгөһө ул, — тине Константин Толкачев. — Уның биографияһында тыуған Башҡортостанына хеҙмәт итеү өсөн бөтә көсөн һәм белемен биргән кешенең ғүмер йылдары ята”.

Михаил Алексеевич хаҡында ғаиләһе исеменән кейәүе Андрей һөйләне. Өфөнөң тәүге мэры һәм Башҡортостан парламентының тәүге спикерының ҡатыны, ике ҡыҙы һәм ике кейәүе, ике ейәнсәре һәм бер ейәне ҡалды.

Михаил Зайцев Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.