11 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2010 йыл, 9:40

Халыҡ иҫәбен алыусылар парта артына ултырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылдың 14-25 октябрендә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, “Башҡортостанстат” халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусы Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең республика райондарындағы һәм ҡалаларындағы органдары хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ ваҡытлыса эшкә алынған хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта башланы.  

Туймазы, Әбйәлил һәм Мәләүез райондарындағы тармаҡ семинарҙарында иҫәп алыу персоналы сараны үткәреү һәм халыҡ иҫәбен алыу документтарын тултырыу тәртибе тураһында күрһәтмәне, эште ойоштороу принциптарын, шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыуҙы кадрҙар менән һәм финанс йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләләрен ентекле өйрәнәсәк. “Башҡортостанстат” хеҙмәткәрҙәре тыңлаусылар менән практик күнекмәләр үткәрәсәк. Һуңғы этапта уҡыусылар тест үтәсәк, уларҙың алда торған эшкә профессиональ әҙерлеге тикшереләсәк.  

Төбәк кимәлендә уҡыуҙы тамамлаған белгестәр райондарҙа һәм ҡалаларҙа халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкәләтле урынбаҫарҙарҙы, иҡтисадсыларҙы, иҫәп алыу участкалары мөдирҙәрен, инструкторҙарҙы, һуңынан иҫәп алыусыларҙы уҡытасаҡ. Дәүләт кимәлендәге мөһим эш башҡарыуға профессиональ йәһәттән әҙерлеккә үҙенсәлекле имтихан тотҡан – мотлаҡ тест үткән дәғүселәр генә беҙҙең өйҙәргә киләсәк.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 631 иҫәп алыу участкаһы мөдире, 2528 инструктор һәм 10088 иҫәп алыусы ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ 2010 иҫәп алыусы стационар иҫәп-хисап участкаларында халыҡ тураһында мәғлүмәт йыясаҡ. Республика буйынса халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектә һәм үткәреүҙә барлығы төрлө кимәлдәге һәм категориялағы 18 меңдән ашыу иҫәп алыу хеҙмәткәре йәлеп ителәсәк.