5 декабрь, Дүшәмбе

14 июль 2010 йыл, 8:53

Башҡортостанда талпан энцефалиты менән ауырыуҙың 13 раҫланған осрағы теркәлгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыуҙың раҫлау тапҡан 13 осрағы теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,8 таҡырға кәмерәк. Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, ошо уҡ датала былтыр 24 осраҡ теркәлгән булған.

8 июлдәге мәғлүмәттәргә ярашлы, республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына талпан ҡаҙалған 13674 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 26% — балалар.

«Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы менән 1 апрелдән арта барыу тәртибендә 5651 талпан тикшерелгән, шуларҙың 96-һы (1,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған.

Иммуноглобулин профилактикаһын 3281 кеше алған (мөрәжәғәт иткәндәрҙең 24%), шул иҫәптән 2303 бала (66%).