4 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2010 йыл, 17:27

Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә «Хәҙерге йәмғиәттә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының роле» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Рәсәй Ислам университеты тарафынан ойошторолған был сара төрлө милләт, төрлө йәштәге һәм төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә гүзәл зат вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итте.

Конференция эшендә Рәсәй Ислам университеты уҡытыусылары һәм студенттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, РФ Иҫәп палатаһы Ғилми-тикшеренеү системалы анализ институтының Башҡортостан филиалы, хәйриә һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Сығыштарҙа ғаилә мөнәсәбәттәре, балалар тәрбиәләүҙә һәм дингә өйрәтеүҙә әсәнең роле, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының әхлаҡи ҡиммәттәре һәм хоҡуҡтары, мосолман йәмғиәтендә ғаилә ҡиммәттәре кеүек темалар күтәрелде. Докладтарҙың күбеһендә, динебеҙҙә лә, йәмғиәттә лә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы, тигән идея һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Исламда уларға тиң хоҡуҡтар һәм бурыстар йөкмәтелгән. Шуға күрә бөгөн мосолман ҡатын-ҡыҙҙары нәҫел-ырыуҙы дауам итеү һәм ғаилә усағын һаҡлау буйынса үҙенең изге бурысын үтәп кенә ҡалмай, йәмғиәтебеҙҙең социаль, сәйәси, иҡтисади тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Башҡортостанда Ислам динен тотоусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында уңышлы эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бихисап.

Конференция сиктәрендә Өфөлә беренсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн такси һәм ҡаланың төп ательеларынан мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн яңы кейем өлгөләре презентацияланды.