4 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2010 йыл, 17:21

Башҡортостанда «Мин – граждан» йәйге профилле лагерын асырға әҙерләнәләр

автор: Сергей Захаров | фото: Азат Саҙрыев

2010 йылдың 3 — 9 авгусында Өфө районының «Ҡайынҡай» дауалау-һауыҡтырыу комплексы нигеҙендә «Мин — граждан» йәйге профилле лагеры үтәсәк.

Уның ойоштороусыһы булып «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сығыш яһай.

Бөгөн «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашыу барышында «Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунниковтың хәбәр итеүенсә, «был лагерь башҡаларынан тематикаһы менән генә түгел, иң элек, ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле, шулай уҡ сараның дөйөм ойоштороу кимәле менән дә ныҡ айырыла».

Йәштәр «Йәштәр һәм сәйәсәт», «Стратегия 2020», «Һайлауҙарҙа эшләү», «Ораторлыҡ оҫталығы», «Социаль проекттар», «Йәштәр парламентаризмы», «Бизнес- проекттар ойоштороу» кеүек төп йүнәлештәр буйынса форумдарҙа ҡатнашасаҡ, семинарҙарҙа шөғөлләнәсәк. Улар сәйәси дебаттар алып барыу һәм һайлау кампанияһы нигеҙҙәре һәм ҡағиҙәләре менән танышасаҡ.  

Халыҡ алдында лекциялар уҡыу һәм бәхәстәр майҙансығынан тыш, программала проект уйындары, спорт һәм күңел асыу саралары ҡаралған.  

Өс йөҙҙән ашыу кеше, шул иҫәптән Татарстан, Мордовия, Сыуашстан һәм башҡа күрше төбәктәрҙән йәштәр ҡатнашыуға теләк белдергән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, гражданлыҡ позицияһы, үҫешеүгә һәм сәләмәт тормош алып барыуға ынтылышы булған һәр йәш кеше лагерҙа ҡатнаша ала.

— Беҙ оҙайлы ваҡыт эсендә беренсе тапҡыр бындай ҙур коллектив булып йыйылабыҙ. «Мин — граждан» лагерына ҡаҙаныштары, социаль статусы буйынса төрлө кешеләр йыйыласаҡ. Был төрлө кимәлдәге йәш депутаттар, республиканың ҡала һәм ауылдарынан йәштәр йәмәғәт ойошмалары лидерҙары һәм активистары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәш кадрҙар резервы ағзалары. Уларҙың барыһының да бында тормошта билдәле һөҙөмтәләргә өлгәшкән кешеләр менән аралашырға мөмкинлеге буласаҡ,— тине Константин Канунников.