5 декабрь, Дүшәмбе

14 июль 2010 йыл, 10:10

Башҡортостан ҡалалары «Профсоюз дисконт картаһы» проектына ҡушыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан ҡалалары «Профсоюз дисконт картаһы» проектына ҡушыла. Был турала БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, был процесс айырыуса Белоретта әүҙем бара, унда профсоюз ағзаларына ташлама яһаусы һигеҙ предприятие иҫәпләнә, Стәрлетамаҡта алты ойошма менән ошондай уҡ килешеү төҙөлгән.

«Профсоюз дисконт картаһы» проекты беҙҙең республикала быйыл февралдә старт алды. Уның төп маҡсаты — профсоюз ағзаларына проектта ҡатнашыусы компаниялар тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүҙәренә ташлама алыу мөмкинлеге биреү. Иң тәүҙә проект Өфө биләмәһендә тормошҡа ашырыла башланы, әммә тиҙҙән ул баш ҡаланан ситкә лә сыҡты.

Бөгөн профсоюз дисконт картаһы буйынса аҙыҡ-түлек, канцелярия, спорт, балалар тауарҙары һатып алғанда ташлама алырға мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы бер автозаправка станциялары, бөҙрәханалар һәм туристик фирмалар хеҙмәтләндереүҙәренә лә ташламалар ғәмәлгә индерелде. Ә киләсәктә профсоюздар ҙур банкылар һәм страховка компаниялары менән хеҙмәттәшлек итеү шарттары тураһында ла һүҙ алып бара.  

темалар: профсоюздар