6 декабрь, Шишәмбе

13 июль 2010 йыл, 16:27

Торлаҡ — һуғыш ветерандарына

автор: Ольга Мортазина

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса видеоконференцияла ҡатнашты. Селекторҙы РФ төбәк үҫеше министры Виктор Басаргин алып барҙы. Ул ветерандар проблемаларын хәл итеүҙә артта ҡалған бер нисә төбәк докладын тыңланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға заявка биргән ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин иткән тәүге төбәктәрҙең береһе булды. 2010 йылдың 1 майынан алып икенсе этап — 2005 йылдың 1 мартынан һуң ғариза тапшырған ветерандарҙы тәьмин итеү буйынса эш башланды. Икенсе ағым менән эш ҡатмарлыраҡ буласаҡ: заявка биреүселәр иҫәбе ай үткән һайын арта ғына бара.

— Графиктар даими үҙгәртелә. 2010 йылдың 1 майына ҡарата ветерандар исемлеге ике мең кешенән тора ине. 1 июлгә улар 3028-гә етте, күҙаллауҙар буйынса, йыл аҙағына был һан 5,5 меңгә етеүе ихтимал, — тине журналистарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Был осраҡта торлаҡ менән тәьмин итеүгә дүрт миллиард һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ. Беҙ Рәсәй Төбәк үҫеше министрлығына тейешле заявка ебәрәсәкбеҙ.  

Маҡсатлы субсидия күләме бөгөн 1 миллион 800 мең һум тәшкил итә. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ғына ҡулланыла ала: торлаҡ һатып алыуға, булған торлаҡ майҙанын киңәйтеүгә. Яҡын арала 2,5 мең фатир талап ителәсәк. Шуға күрә республиканың Төҙөлөш министрлығы ике “ветерандар” йорто төҙөлөшөн башларға ниәтләй.