3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2010 йыл, 16:24

РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 12 июлендә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин менән осрашты.

Осрашыуҙа төбәктең үҫеш һәм Башҡортостанда федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республикала, дөйөм алғанда, донъя финанс көрсөгө эҙемтәләрен бөтөрөүгә өлгәшелде һәм ағымдағы социаль-иҡтисади хәл тотороҡланды, бөтә төп тармаҡтарҙа иҡтисади күрһәткестәрҙе артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырылды, тип билдәләнде. Федераль үҙәк яғынан ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына оҙайлы ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ярҙам вәғәҙә ителде.  

Былар барыһы ла уңышлы эске сәйәси шарттар булдыра. Хеҙмәткә, ижадҡа йүнәлеш тотоу Башҡортостандың күп милләтле халҡын туплай, конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Республикала власть институттарын һәм төп сәйәси көстәрҙе яҡлау буйынса юғары кимәл һаҡлана.  

Сергей Нарышкин республика етәкселеге эшмәкәрлегенең социаль йүнәлешлеген һәм юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне.  

Сәйәси хәлдең тотороҡлолоғон һәм Мортаза Рәхимовтың бер нисә тапҡыр яңы срокка төбәк башлығы вазифаһында ҡалырға йыйынмауы тураһында белдереүен иҫәпкә алып, алдан килешеүҙәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының киләһе Президенты кандидатуралары буйынса консультациялар процесы башланды.  

Әңгәмә дуҫтарса шарттарҙа үтте, яҡтар, ике яҡҡа ла ҡулайлы конструктив ҡарарҙар эҙләү традицияһы киләсәктә лә Рәсәй Федерацияһының һәм уның төбәктәренең ыңғай үҫеш мәнфәғәттәренә тап киләсәк, тип билдәләне.

темалар: БР Президенты