10 декабрь, Шәмбе

13 июль 2010 йыл, 15:33

«Арҡайым» авиакомпанияһы ҡанат йәйә

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Бөгөнгө көндән алып «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Башҡортостандың Урал аръяғы менән даими авиабәйләнеште тергеҙә. Рейстар Башҡортостан Президентының «2009-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы территорияһында һауа транспорты үҫеше» республика маҡсатлы программаһы тураһында» Указына ярашлы ойошторолған «Арҡайым» («AIRкаим») милли авиакомпанияһының L-410 UVP-Е20 самолеттарында башҡарыласаҡ.

Был мәсьәләне үтәү маҡсатында Сибай аэропорты реконструкцияланған, Нефтекама аэродромында ремонт эштәре алып барыла. Республика етәкселеге ярҙамында урындағы авиалиниялар Чехияла етештерелгән 20 кеше һыйҙырышлы уңайлы L-410 һәм башҡа һауа суднолары менән тәьмин ителгән. «Арҡайым» авиакомпанияһы паркы артабан да даими тулыландырыласаҡ.

Сибайға Өфөнән рейстар аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыла: шишәмбе, йома, йәкшәмбе урындағы ваҡыт менән 19 сәғәт 30 минутта, ә Сибайҙан – дүшәмбе, шаршамбы, шәмбе иртәнге 07.10 сәғәттә. Кәрәк булғанда осоштар йышлығының арттырылыуы ла ихтимал.  

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың алыҫ райондарына пассажирҙар ташыуҙан тыш, күрше төбәктәр менән һауа бәйләнеше лә тергеҙелә. Мәҫәлән, Екатеринбургҡа Өфөнән тура бығаса тимер юл аша ғына барырға мөмкин булһа,  13 июлдән «Арҡайым» авиакомпанияһы самолетында юлланырға мөмкин. «Өфө — Екатеринбург — Өфө» маршруты буйынса рейс аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыласаҡ. Өфөнән ул шишәмбе, кесаҙна, йомала сәғәт 07.10-да юлланасаҡ. Екатеринбургтан кирегә осоу ваҡыты ошо уҡ көндәрҙә сәғәт 17.30-ҙа.

19 июлдән алып Өфөнән Түбәнге Новгородҡа ла аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ. Өфөнән самолет сәғәт 07.40-та дүшәмбе, шишәмбе, йомала оса.  Ә ошо уҡ көндәрҙә кискеһен, сәғәт 18.00-дә, самолет кирегә юлланасаҡ.

Авиатранспорттың төп өҫтөнлөгө – ул тиҙлек. Мәҫәлән, Өфөнән Сибайға һәм Екатеринбургҡа 1 сәғәт 10 минут осорға, Түбәнге Новгородҡа иһә — 2 сәғәт 30 минут.