10 декабрь, Шәмбе

14 июль 2010 йыл, 12:57

Вуздарҙың инновацион инфраструктураһын үҫтереү программаларын һайлап алыуға конкурс иғлан ителде

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы, бәләкәй инновацион эшҡыуарлыҡҡа, федераль юғары профессиональ белем биреү учреждениеларына ярҙамды индереп, инновацион инфраструктураны үҫтереү программаларын конкурста һайлап алыу үткәреү тураһында иғлан итте. Ул инновацион инфраструктураны үҫтереүгә дәүләт ярҙамы тураһында Положениеға ярашлы үткәрелә.

БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс үткәреүҙе ойоштороу-техник һәм мәғлүмәт яғынан "Ғилми-тикшеренеү институты — Республика тикшеренеү фәнни-консультация экспертиза үҙәге" Федераль дәүләт учреждениеһы тәьмин итә. Конкурс документацияһы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында урынлаштырылған: www.mon.gov.ru.

Конкурста еңеүсе белем биреү учреждениеларының инновацион инфраструктураһын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы өҫтәмә бюджет ассигнованиелары йәки бер йылдан өс йылға тиклем срокка йылына 50 миллион һум күләмендә субсидиялар биреү формаһында бойомға ашырыла.

Асыҡ конкурсҡа заявкалар быйыл 26 июлдә сәғәт 11-гә тиклем ҡабул ителә.  

Конкурс һөҙөмтәләре һәм еңеүсенең исеме Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында 23 августан да һуңға ҡалмайынса баҫылып сығасаҡ.