Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан еңел атлеттары Рәсәй беренселегендә миҙалдар яуланы

Йәмғиәт

Пензала 1993–1994 йылғы спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ярыштарҙа Рәсәйҙең 73 төбәгенән 750 самаһы спортсы ҡатнашҡан.  

Команда иҫәбе буйынса 12 спортсынан торған Башҡортостан йыйылма командаһы 7-се урын алды. Шәхси беренселектә иһә Башҡортостан спортсылары уңышлыраҡ сығыш яһаны.  

Стәрлетамаҡтан Алексей Кириллов ҡаршылыҡтар менән 2000 метрлыҡ дистанцияла беренсе булды (уның һөҙөмтәһе — 6.02,12).

Усман Усманов (Бөрө) бейеклеккә һикереүҙә «көмөш» яуланы (2 м 5 см). Зөлфирә Фазлитдинова 3000 метрға йүгереүҙә өсөнсө булып килде (10.15,15).

Шул арала Саранскиҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты — Барселонала үтәсәк Европа чемпионатында ҡатнашыусы милли командаға һайлап алыу этабы башланды. Илебеҙҙең 60 төбәге спортсылары араһында Башҡортостан атлеттары ла бар. Чемпионат 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть