11 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2010 йыл, 12:12

Мораҙым тарлауығына бейеүсе балалар йыйыла

автор: Ольга Мортазина

Иртәгә, 14 июлдә, Күгәрсен районында «Байыҡ» республика балалар башҡорт бейеүҙәре конкурсының финалы башлана. Унда 200-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ. Быйыл Урал аръяғы балалары һәм уларҙың педагогтары айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәүге турҙа 400-ҙән ашыу йәш бейеүсе ҡатнашҡан. Жюри ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһын да ҡараһын өсөн, Өфөлә, Йылайырҙа һәм Мораҡта һайлап алыу турҙары үткән.  

3 — 15 йәштәрҙәге балаларға «Соло», «Дуэт», «Трио», «Ансамбль» номинацияларында сығыш яһарға  тәҡдим ителгән. Быйылғы конкурста дуэт һәм триолар айырыуса күп. Быға ғәжәпләнергә түгел: бәләкәй состав һәр ҡатнашыусының индивидуаллеген һаҡлай, хореографтың драматургиялы сағыу бейеү һалырға бөтә мөмкинлеге бар, шул уҡ мәлдә костюм тегеүгә һәм башҡаһына сығымдар кәмей.  

Халыҡ бейеүҙәре байрамына Башҡортостанға шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар, Чечня, Дағстан, Швейцариянан балалар фольклор ансамблдәре килә. «Байыҡ»та ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында ҡабул итәләр. Балалар Башҡортостан тәбиғәтенең ғәжәйеп матур күренештәренә һоҡланасаҡ һәм тыуған ергә һөйөүе тағы ла нығынасаҡ.

"Байыҡ" — телевизион конкурс. Сара Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең дөйөм көсө менән ойошторола. Конкурстың бар этаптары ла каналдың махсус программаларында сағылыш табасаҡ.

Финал түбәндә бирелгән план буйынса барасаҡ.

14 июль — конкурс буласаҡ урында йыйылыу, Күгәрсен районы коллективтары концерты.

15 июль — билдәле бейеүселәр һәм фольклор менән эшләүсе балетмейстерҙар ингән баһалама ағзаларынан мастер-кластар.  Жюри рәйесе —Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов.

16 июль —гала-концерттың репетицияһы. Лауреат дипломдары һәм урындар билдәләнгән буласаҡ, әммә ҡатнашыусыларҙан сер итеп тотоласаҡ.

17 июль — гала-концерт, еңеүселәрҙе иғлан итеү.