Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

I ярты йыллыҡта Өфөлә сәнәғәт производствоһы индексы 108,3% тәшкил итте

Иҡтисад

Беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 108,3% тәшкил итте. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта ҡала сәнәғәт тармаҡтарының береһендә генә сәнәғәт производствоһы индексы 100 проценттан кәмерәк булып ҡала — был аҙыҡ-түлек продукттары етештереү. Бында сағыштырмаса түбән күрһәткестәр колбаса һәм икмәк-булка изделиелары сығарыуҙа бер ни тиклем тотҡарлыҡтар менән нигеҙләнә. Бөгөн был тармаҡта сәнәғәт производствоһы индексы 97,4% кимәлендә. Әммә, Павел Качкаев фекеренсә, йыл аҙағына ул да йөҙгә етергә тейеш.

Ыңғай динамика ҡаланың төҙөлөш комплексында ла күҙәтелә. Бында сәнәғәт производствоһы индексы 107% тәшкил итте, тимәк, бер йылда 620 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу планы мотлаҡ үтәләсәк.  

Иҡтисадтың тотороҡланыуы халыҡтың табышында ла ыңғай сағыла. Мәҫәлән, Өфөлә уртаса эш хаҡы кимәле әлеге ваҡытҡа 20,8 мең һумға тиклем үҫте. Эшһеҙлек менән хәл дә тотороҡло булып ҡала. Бөгөн ҡалала теркәлгән 12,5 мең эшһеҙгә вакансиялар банкында 12,4 мең буш эш урыны бар, йәғни һәр кем эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә.  

Ҡалала демографик хәл дә имен булып ҡала. Быйыл тәүге алты айҙа тыуым алты процентҡа үҫте, ә халыҡтың тәбиғи артыуы Өфөлә 725 кеше тәшкил итте, был былтырғы күрһәткестән артығыраҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть