8 декабрь, Кесе йома

13 июль 2010 йыл, 11:27

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты осоштар географияһын киңәйтә

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығындағы эштәренә йомғаҡ яһаны.

Предприятиеның маркетинг хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп производство күрһәткестәре буйынса план уртаса ете процентҡа арттырып үтәлгән, 2009 йылға ҡарата алты ай эсендә үҫеш 17 процент тәшкил иткән. Пассажирҙар ағымы 28 процентҡа артҡан һәм 671692 пассажир тәшкил иткән. Шул уҡ мәлдә халыҡ-ара йүнәлештәрҙә был күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан һәм 157946 пассажир тәшкил иткән (2009 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткес 93395 кешегә тиң).

Уҙған йылдың ошондай уҡ осоро менән сғыштырғанда дөйөм осош массаһы 11 процентҡа күбәйгән һәм 279115 тоннаға еткән. Осоштар иҫәбе лә 11 процентҡа артып, 4837 тәшкил иткән.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында маршруттар селтәре лә ярайһы киңәйгән. Традицион йүнәлештәрҙән тыш (Төркиә, Мысыр, Испания, Греция, Кипр, Гоа) быйыл йәнә Тунис кеүек популяр туристик йүнәлеш тә өҫтәлгән.

Рәсәй буйынса башҡарылған рейстарға килгәндә иһә, осоштар географияһы төньяҡ йүнәлештәр иҫәбенә киңәйгән: Нягань, Төмән, Ханты-Манси ҡалаларына рейтар асылған.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, «Өфө» аэропорты белгестәре менән үткәрелгән эш  Ереванға рейстар асырға мөмкинлек биргән, ә көҙгөһөн ҡайтанан Дүшәнбе һәм Худжанд ҡалаларына рейстар башҡарыла башлаясаҡ. 24 сентябрҙән алып Берләшкән Ғәрәп әмираттарына «Өфө – Дубай» маршруты буйынса даими рейс асыу ҙа планлаштырыла.