Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

«Турфест- 2010» Архангел районында үтәсәк

Йәмғиәт

«Турфест-2010» Республика йәштәр туризм фестивале 14 июлдән 18-енә тиклем Архангел районының Абзан ауылы эргәһендә үтәсәк. Быйыл ул 20-се тапҡырына ойошторола.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, слеттың маҡсаттары — Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының, шулай уҡ күрше төбәктәрҙең йәштәр ойошмалары араһында бәйләнештәр урынлаштырыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү, спорт-масса эшен әүҙемләштереү, йәштәрҙең буш ваҡытын ойоштороуҙың яңы формаларын яҡлау, йәштәр туризмын популярлаштырыу.  

Фестивалдә 16 йәшлек һәм унан өлкәнерәк спорт туризмы буйынса кәмендә III разряд спорт квалификацияһына эйә булған командалар һәм спортсылар ҡатнашасаҡ, ә 15 йәшлек ҡатнашыусылар кәмендә II разрядҡа эйә булырға тейеш.  

Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙы йыр, плакат, поход кухняһы, фотографиялар конкурстары һәм башҡалар көтә.

Еңеүселәр грамоталар, миҙалдар һәм приздар менән бүләкләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть