Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәте президиумы ултырышында ҡатнашты

Сәйәсәт

12 июлдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән  Мәскәүҙә булды.

Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәргән РФ Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡатнашты. Ултырышҡа ҡоролоҡтан айырыуса ныҡ зыян күргән төбәк етәкселәре саҡырылғайны. Зарар күргән ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар ҡаралды.

Рәсәйҙең баш ҡалаһына сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡоролоҡ проблемалары буйынса кәңәшмәлә лә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Зубков үткәрҙе.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттән тыш хәл Рәсәй Федерацияһының 14 субъектында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында ла иғлан ителде. Әле ҡоролоҡтан ҡаза күргән төбәктәрҙә зыянды иҫәпләү эше алып барыла. Алынған мәғлүмәттәр ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн нигеҙ булып торасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть