9 декабрь, Йома

13 июль 2010 йыл, 9:15

Омск өлкәһе «НефАЗ» автобустарын һатып алырға ниәтләй

автор: Любовь Колоколова

Омск өлкәһендә өлкә эсендә пассажирҙар ташыуҙа файҙаланылыусы автобустар һатып алыуға асыҡ аукцион иғлан ителгән. Бында 47 яңы пассажирҙар автобусы һатып алыу хаҡында һүҙ бара, уның өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 42 миллион һум самаһы аҡса бүленәсәк.

«Омск-информ» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «НефАЗ», «ПАЗ», «ГАЗ» һәм «УАЗ» маркаһындағы автобустар ҡайтарылырға тейеш. Улар өлкә эсендә пассажирҙар йөрөтөүсе автотранспорт предприятиеларының паркын яңыртырға ярҙам итәсәк.  

Һуңғы биш йыл эсендә Омск өлкәһе 900 самаһы автобус һатып алған һәм был маҡсатҡа 890 миллион һум тирәһе сарыф иткән.