4 декабрь, Йәкшәмбе

12 июль 2010 йыл, 17:29

Етем балалар «Үҙ йортом» программаһы сиктәрендә торлаҡ менән тәьмин ителәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда үҙенә тәғәйен йорто булмаған етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. 2007–2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү маҡсатындағы “Үҙ йортом” республика программаһы сиктәрендә улар фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ. Быға республика бюджетынан 30 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Әйткәндәй, БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн граждандарҙың ошо категорияһынан 3 меңдән ашыу кеше торлаҡҡа мохтаж.

Шулай уҡ БР Хөкүмәтенең “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә республика башҡарма власть органдарының ведомство-ара эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында” ҡарары сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә 2011–2015 йылдарға балалар йорттарынан сыҡҡан һәм сит ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға булышлыҡ итеү буйынса республика программаһын эшләне. Ошо маҡсатта был категорияға ҡараған балаларҙың төбәк мәғлүмәт банкыһы булдырыла.

Урындарҙа ла етемдәр хаҡында хәстәрлек күрәсәктәр. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына 18–23 йәштәге етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға белем алыуға, торлаҡҡа, медицина ярҙамына, матди ярҙамға, ялға, эшкә урынлашыуға закон менән нығытылған хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.