Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы ташсылар билдәләнде

Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостандың төҙөлөш белгестәренең IV Республика  профессиональ оҫталыҡ конкурсының сираттағы этабы үтте. Ул республиканың иң яҡшы ташсыларын билдәләне.

Конкурсты ойоштороусылар — БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, БР Төҙөүселәр союзы һәм Рәсәй Төҙөүселәр профсоюзының Республика ойошмаһы.

Беренсе урынды «21-се трест» 5-се төҙөлөш участкаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ташсылары Илдар Басиров менән Евгений Абдулбаев яуланы. Икенсе урынды “10-сы төҙөлөш участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Руслан Бәҙретдинов менән Радик Исланов алды. Почетлы өсөнсө урында — «3-сө төҙөлөш тресы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ташсылары Рәлиф Ҡотдосов һәм Азамат Мәғзүмов.

Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар Хөрмәт грамоталары, аҡсалата премиялар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.

Конкурстың киләһе этабы 16 июлдә үткәрелә: унда ҡатнашыусылар БР төҙөлөш комплексының иң яҡшы плита һалыусыһы исеме өсөн ярышасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть