9 декабрь, Йома

12 июль 2010 йыл, 16:39

Өфөлә 2011 – 2013 йылдарға территориаль өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса территориаль өс яҡлы комиссия ултырышы йомғаҡтары буйынса ҡала профсоюз берләшмәләре, эш биреүселәр һәм Өфө хакимиәте араһында 2011-2013 йылдарға территориаль өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

БР Профсоюздар федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйге каникулдар осоронда балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу, Өфөнөң бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларында хеҙмәт закондарын күҙәтеү комиссия ҡарауына сығарылған төп мәсьәләләр булып торҙо.  

Ҡаралған мәсьәләләрҙең күбеһе буйынса социаль партнерлыҡ яҡтары килешеүгә өлгәшә алды. Бында, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванованың фекеренсә, был осрашыуҙың тос һөҙөмтәләренең береһе булып ҡул ҡуйылған килешеүгә муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә санатор-курорт дауаланыу тураһында профсоюздар тәҡдименең индерелеүе тора.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса яҡтар үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алманы.  Мәҫәлән, ҡул ҡуйылған килешеүгә профсоюздарҙың ике тәҡдиме индерелмәне. Уларҙың береһе балалар баҡсалары тәрбиәселәренең һәм уларҙың ярҙамсыларының эш хаҡына өҫтәмә билдәләүгә ҡағыла. Икенсеһе – муниципаль учреждениеларҙа эш башлаусы юғары һәм урта профессиональ белемле йәш белгестәр өсөн дүрт оклад күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие билдәләү.  

Был ике тәҡдимде тормошҡа ашырыу муниципаль бюджеттан ярайһы уҡ финанс сығымдарына бәйләнгән, шуға күрә улар быйыл дүртенсе кварталда ҡайтанан ҡараласаҡ.