6 декабрь, Шишәмбе

12 июль 2010 йыл, 15:51

ТӨРКСОЙ Генераль секретары Башҡортостан Президентына рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә ТӨРКСОЙ генераль секретары Дюсен Касеиновтан хат килде. Унда ул Башҡортостанда  башҡорт милли байрамы – Һабантуйға һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған йылына арналған ТӨРКСОЙ илдәре фоторәссамдарының VI Халыҡ-ара ижади фотолабораторияһын үткәргән өсөн рәхмәт белдерә.

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы тәүге тапҡыр БДБ һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында ошондай проектты тормошҡа ашыра алды. Төрлө илдәрҙең һәм төбәктәрҙең билдәле фоторәссамдары тарихи һәм тәбиғи иҫтәлекле урындар, архитектура ҡомартҡылары, Башҡортостан халыҡтарының ҡунаҡсыллығы менән таныша алды; III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында, Салауат йыйынында ҡатнашты, Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың тыуған яғын барып күрҙе.  

Был проект Башҡортостан Республикаһының ыңғай имиджын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Халыҡ-ара ижади лаборатория йомғаҡтары буйынса альбом сығарыласаҡ һәм фотокүргәҙмәләр ойоштороласаҡ», — тиелә ТӨРКСОЙ генераль секретары Дюсен Касеиновтың хатында.