Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәсетле районында Һабансы көнө үткәрелде

Иҡтисад

Мәсетле районында традицион Һабансы көнө үткәрелде. Был юлы  район механизаторҙары конкурсы «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында үтте.

Конкурсты асып, хакимиәт башлығы урынбаҫары Ғәбделйән Сираев механизаторҙарға яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм райондың иң яҡшы һабансылары ярышында уңышлы сығыш яһауҙарын теләне.

Һабансылар ярышы алдан әҙерләнгән загондарҙа үтте. Механизаторҙарҙың профессиональ оҫталығын ике комиссия баһаланы: береһе техниканың торошон баһаланы, ә икенсеһе – һөрөү сифатын. Һөҙөмтәлә I урын «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Байрас Хәйретдиновҡа бирелде. Икенсе урынды ике механизатор –  «Мелекас» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Илнур Ғилметдинов һәм «Мәсетле» агрофирмаһынан Ҡәнзәфәр Жингалин яуланы. Өсөнсө урын да ике механизаторға бирелде – Сергей Ярушинға («Ленинский» ауыл хужалығы производство комплексы) һәм Юрий Поповҡа («Нива-2» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).

Бөтә еңеүселәр район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм аҡсалата премиялар менән наградланды. Ярышта ҡатнашыусы башҡалар ҙа аҡсалата премиялар менән дәртләндерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть