5 декабрь, Дүшәмбе

12 июль 2010 йыл, 12:06

Кумертауҙа «Еңеү салюты» акцияһына йомғаҡ яһанылар

автор: Сергей Захаров

Күмертау ҡалаһы халҡы «Еңеү салюты» акцияһы сиктәрендә ике миллион һумға яҡын аҡса йыйҙы.

Ҡала хакимиәтенең рәсми сайты хәбәр итеүенсә, ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам сараларын ойоштороуға һәм үткәреүгә бер миллион алты йөҙ мең һумдан ашыу аҡса тотонолған.  

Ойошмаларҙан, предприятиеларҙан һәм шәхси кешеләрҙән ирекле иғәнәләр иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға матди ярҙам күрһәтелгән, ветерандарҙың фатирҙарында ремонт эштәре үткәрелгән.

Бынан тыш, аҡсалата средстволар махсус тәғәйенләнеш менән ҡаланы биҙәүгә, флагтар, афишалар, листовкалар һатып алыуға, сәскә гирляндалары эшләүгә, фейерверк ойоштороуға йүнәлтелгән.

Аҡсаның ҡалған өлөшөн ҡаланың Хәрби һәм хеҙмәт даны монументын, Ира һәм Иҫке Урал тораҡ пункттарында обелискыларҙы ремонтлауға тотонорға планлаштырыла.

темалар: акциялар