Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев баш һалымсы менән таныштырҙы

Иҡтисад

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының яңы етәксеһе Марат Вәхитов менән таныштырҙы.

Раил Сарбаев, Дүртөйлө районында тыуып үҫкән Марат Муса улы Вәхитов 1994 йылдан һалым органдары системаһында эшләне, ә 2005 йылдан алып БР буйынса Рәсәй күсемһеҙ милек идаралығы етәксеһе вазифаһын биләне, тип билдәләне.  

Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының 2010 йылдың 5 июлендәге 674-се приказына ярашлы, Марат Вәхитов Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде.

Раил Сарбаев, һалым хеҙмәте эше юғары яуаплылыҡ һәм закон нормаларын ҡәтғи күҙәтеүҙе талап итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть