Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Германияның төҙөлөш тупланмаһы системаһы буйынса тәжрибәһе менән танышыу

Иҡтисад

Бөгөн БР Хөкүмәте, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре составындағы Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Германияға төҙөлөш тупланмалары системаһы өлкәһендәге тәжрибә менән уртаҡлашыу семинарына юлға сыҡты. Республиканың эшсе төркөмө шулай уҡ йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын модернизациялау һәм реконструкциялау буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса ла килешеү төҙөргә планлаштыра.  

Германияға сәфәр Европаның «Bausparkasse Schwabisch Hall AG» ҙур төҙөлөш фирмаһы саҡырыуы буйынса яһала, уны БР Хөкүмәтенең республикала торлаҡ-төҙөлөш тупланмалары системаһын индереүгә йүнәлтелгән башланғыстары ҡыҙыҡһындырҙы.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда төҙөлөш өлкәһендә шәхси инвестициялар өлөшөн арттырырға һәм бер үк ваҡытта уртаса табыш кимәле менән граждандар өсөн торлаҡтың арзанайтыу механизмы эшкәртелә.

«Bausparkasse Schwabisch Hall AG» төҙөлөш һаҡлыҡ кассаһының Германияла ете миллион самаһы клиенты бар һәм ул башҡа илдәрҙән, шул иҫәптән Рәсәйҙән, потенциаль партнерҙар менән әүҙем бәйләнеш тота.

Сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһының Чехиялағы торлаҡ төҙөлөш тупланмалары предприятиеларына барыуы көтөлә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть