9 декабрь, Йома

12 июль 2010 йыл, 10:24

Мишкә районында бер юлы ике профилле лагерь асырға әҙерләнәләр

автор: Сергей Захаров

14 июлдә Башҡортостандың Мишкә районында «Дуҫлыҡ» профилле туристик-крайҙы өйрәнеү лагеры асыласаҡ.  Уны «Юлсы» Балалар һәм үҫмерҙәр туризм һәм экскурсиялар йорто ойоштора.

Лагерь программаһында йәйәүле һәм һыу походтары, туристик викториналар, конкурстар, эстафеталар, фестивалдәр, слеттар, эҙләнеү экспедициялары, урында йүнәлеш алыу һәм башҡа саралар ҡаралған, уларҙың маҡсаты – уҡыусыларҙы тыуған яҡ халыҡтары тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныштырыу.

«Десантсы» исемле икенсе профилле лагерь 18 июлдә Мишкә ауылында эшләй башлаясаҡ. Уның төп тәғәйенләнеше — парашютсыларҙы йыйыу һәм самолеттан һикереү.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, курсанттар ун ике көн буйына ялан шарттарында йәшәйәсәк. Уларҙы күкте буйһондороуға әҙерләү менән Муса Гәрәев исемендәге Өфө аэроклубының «Забельский» аэродромынан тәжрибәле инструкторҙар шөғөлләнәсәк.  

АН-2 самолетында һәм «Птенец» һәм «Бекас» сиктән тыш еңел авиация самолеттарында экскурсион осоштар яһау ҡаралған.