Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика эшҡыуарҙарын Миланға күргәҙмәгә саҡыралар

Иҡтисад

«Халыҡ-ара бәләкәй бизнес инвестициялары агентлығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Италия-Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеге менән берлектә 9-12 сентябрҙә Миланда үтәсәк “Macef Milano. International Home Show” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға теләүселәрҙе йыйыуы хаҡында иғлан итте. Күргәҙмәнең тематикаһы — интерьер; ашхана һауыт-һабаһы һәм кухня кәрәк-яраҡтары; бижутерия, ювелир изделиелары һәм модалы аксессуарҙар; бүләктәр һәм сувенирҙар.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, эшҡыуарҙарға самолетта осоу хаҡын ғына түләргә тура киләсәк. Бушлай виза ярҙамын индереп, ҡалған бөтә нәмәне ҡабул итеүсе яҡ үҙенә ала.

Дәғүәсегә күргәҙмәлә ҡатнашыуға анкетаны bashital@mail.ru электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Итальяндар яғы күргәҙмәлә ҡатнашыусы статусын яҡлаған осраҡта консалтинг хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүгә килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть