10 декабрь, Шәмбе

09 июль 2010 йыл, 17:59

13 июлдә –«Версия Башкортостана» гәзитендә «ҡыҙыу линия»

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Шишәмбе, 13 июлдә, "Версия Башкортостана"  социаль-хоҡуҡи аҙналыҡтың сираттағы “ҡыҙыу линияһы” үтәсәк. 15.00 — 17.00 сәғәттәрҙә телефон аша РФ прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитетының тикшереү идаралығына ҡараған Өфөнөң Октябрь районы буйынса тәфтишләү бүлеге етәксеһе  Азат Вәхитов кәңәштәрен бирә.

Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм мохтаждарҙың барыһы ла ҡуллана ала, ни бары (8-347) 272-79-16 номерҙарын йыйырға ғына кәрәк. Шылтыратыуҙар 15-00-дән 17-00-гә тиклем ҡабул ителә. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, был даими рубрика, граждандар менән әңгәмәләшеү айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә.  

«Ҡыҙыу линия»ға шылтыратыуҙарҙың географияһы киң, ул бигерәк тә бушлай юридик ярҙам табыуы ҡыйын балған райондар халҡы өсөн уңайлы. «Ҡыҙыу линия»ға гражданлыҡ эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле бик күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ,  – уға яуап "Һеҙҙең хоҡуҡ" даими рубрикаһында донъя күрәсәк.

темалар: хоҡуҡ