5 декабрь, Дүшәмбе

09 июль 2010 йыл, 17:41

«Өфө» аэропортында аш-һыу сифаты ла яҡшы булырға тейеш

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты эске авиалиниялар терминалының бизнес-залында аш-һыу әҙерләү һәм сервировкалау буйынса сираттағы мастер-класс үткәрелде, уны аэропорттың йәмәғәт туҡланыуы комплексы белгестәре үткәрҙе.

Сараны был подразделение директоры урынбаҫары Рәйес Насиров асты. Ул, мастер-класс үткәреү үҙҙәрендә етештерелгән продукцияның ассортиментын киңәйтеүгә һәм сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне. Быға йәмәғәт туҡланыуы  подразделениелары: 1-се һәм 2-се аэровокзал комплекстары, эшселәр ашханаһы һәм кафе араһында ойошторолған ярыш та булышлыҡ итә.

Был көндө шулай уҡ сығарылған продукцияның ассортиментын тулыландырырлыҡ ҡайһы бер яңы блюдалар ҙа тәҡдим ителде.

Әҙерләнгән аш-һыуҙың сифатын баһалауҙа бойондороҡһоҙ эксперттар ҡатнашты, тип хәбәр итә «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте.