4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2010 йыл, 17:20

«Упҡан» ял йортонда ӨМЭПБ хеҙмәткәрҙәренең бишенсе йәштәр фестивале старт алды

автор: Любовь Колоколова

Бөгөн «Упҡан» ял йортонда «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең предприятиеның 85 йыллығына арналған бишенсе йәштәр фестивале старт алды. Фестиваль программаһына спорт ярыштары, интеллектуаль һәм ижади конкурстар индерелгән.

Фестиваль сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау һәм йәштәрҙе мәҙәниәткә һәм спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында ойошторола. Ул өс көн дауамында барасаҡ.