Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

II Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар йәйге мәктәбендә ҡатнашыусылар йыйыла

Йәмғиәт

13 — 15 июлдә «Ирәмәл–2010» республика тау-туризм лагеры базаһында «Хәҙерге шарттарҙа ғилми-тикшеренеү эше нигеҙҙәре: теория һәм практика» II Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар йәйге мәктәбе ойоштороласаҡ.

Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Айрат Назиров хәбәр итеүенсә, ойоштороу комитетына 60-тан ашыу заявка килде.

— Сарала Мәскәү, Новосибирск, Дубна, Екатеринбург ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан йәш ғалимдар ҡатнашасаҡ, — тине Айрат Назиров. — Мәктәп сиктәрендә, фәнни программа менән бер рәттән, бер көнлөк радиаль походтар һәм сәйәхәттәр ҡаралған: Ҙур һәм Кесе Ирәмәл түбәләренә менеү, Ағиҙел йылғаһы башына поход, шулай уҡ спорт-күңел асыу уйындары, викториналар һәм ярыштар.  

Теги: фән
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть