2 декабрь, Йома

09 июль 2010 йыл, 16:50

Нефтекама үҫмерҙәре өсөн «Станица» хәрби-патриотик казак лагеры ойошторолған

автор: Эльмира Сабирова

Нефтекама хәрби-патриотик клубтарының 30 тәрбиәләнеүсеһе һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәр был көндәрҙә «Станица» казак лагерында ял итә. Ул БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Нефтекама ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты менән ойошторолған. Профилле сменаның программаһы үҫмерҙәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихын белеүгә һәр төрлө конкурстарҙы, марш-бросокты һәм Хәтер маршын үҙ эсенә ала.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ауыр үҫмерҙәрҙе «Һауа-десант ғәскәрҙәре резервы» хәрби-патриотик клубы һәм «Станица» казактар клубы егеттәре менән берләштереү хәүеф төркөмөнә ҡараған балаларҙы тәрбиәләүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Әйткәндәй, был лагерь программаһы йәштәр эштәре буйынса органдар, йәштәр йәмәғәт ойошмалары араһында үткән республика йәйге профилле лагерҙар программаһы конкурсында иң яҡшыһы тип табылған.  

Быйылғы йәйҙә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы линияһы буйынса йәмғеһе 246 профилле лагерь үткәреү планлаштырыла. Улар 11 мең бала һәм үҫмерҙе йәлеп итәсәк, 600 күп көнлөк походты, 595 хеҙмәт бригадаһын, 1710 балалар майҙансығын үҙ эсенә аласаҡ.

темалар: йәйге ял