3 декабрь, Шәмбе

09 июль 2010 йыл, 16:55

Мал аҙығы культуралары 51% майҙанда йыйып алынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары мал аҙығы культураларының 51 процентын йыйып алды. 764 мең гектар майҙанда сабылған. Бөгөнгө көнгә республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 324 мең тонна бесән әҙерләгән, был пландың 44 процентын тәшкил итә. Сенаж траншеяларына 940 мең тоннанан ашыу йәшел масса һалынған. Республика буйынса уртаса бер шартлы мал башына 7,9 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.

Бынан тыш, ауыл халҡы япраҡ аҙыҡ һәм төрлө үләндәр йыйыуын дауам итә. Был запастар  14500 һәм 35000 тонна тәшкил итә.

Ҡырмыҫҡалы, Баҡалы, Краснокама, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө райондары бесән әҙерләү планын 70 проценттан ашыуға үтәне.

Сенаж әҙерләү буйынса Стәрлетамаҡ районы алда бара, унда һутлы мал аҙығы һалыу буйынса план 109 процентҡа үтәлгән. Ғафури районында сенаж һалыу – 65%, Дәүләкәндә – 63%, Ҡырмыҫҡалыла 57 процентҡа үтәлгән.

Алдағы ҡышлатыуға һәр шартлы мал башына иң күп мал аҙығы Стәрлетамаҡ районында әҙерләнгән – 15,1 центнер мал аҙығы берәмеге. Был республика буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға күберәк. Борай һәм Яңауыл райондарында 14 центнерҙан ашыу мал аҙығы берәмеге һалынған.