7 декабрь, Шаршамбы

09 июль 2010 йыл, 15:53

Салауатта коррупцияға ҡаршы комиссия ултырышы үтте

автор: Сергей Захаров

Салауат ҡалаһы хакимиәте ҡарамағында ойошторолған коррупцияға ҡаршы комиссия сираттағы ултырышында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында муниципаль заказдар төҙөү менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡараны.  

Ҡала дауаханаларына аҙыҡ-түлек продукттары һәм медицина тәғәйенләнешендәге тауарҙар килтереү менән бәйле килеп тыуған ҡыйынлыҡтар тураһында һүҙ барҙы.  

Төп проблемалар араһында — сит ҡалаларҙан тәьмин итеүселәрҙең өҫтөнлөк итеүе, сиктән тыш юғары хаҡтар һәм ҡайһы берҙә продукцияның сифатлы булмауы.  

1-се ҡала дауаханаһының баш врачы Федор Путенихиндың фекеренсә, партнер-тәьмин итеүселәр республиканан булырға тейеш, сөнки улай эшләүе лә, хаталарҙы бөтөрөүе лә уңайлы.  

2-се ҡала дауаханаһының баш врачы Нияз Диденко заказ биреү һәм конкурста ҡатнашыусылар менән килешеү төҙөү стадияһында контролде көсәйтеү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был мәсьәлә менән хакимиәттең муниципаль заказ бүлеге шөғөлләнә.

Йыл башынан алып тауарҙар менән тәьмин итеүгә заказдар урынлаштырыу өлкәһендә, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн эштәр башҡарыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙә прокуратура 45 закон боҙоу осрағын асыҡланы.  

Киләһе йыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә электрон сауҙа системаһы ғәмәлгә инәсәк, ул средстволарҙы файҙаланыу һөҙөмтәһеҙлеген мөмкин тиклем кәметергә тейеш.  

Ҡыҙыҡһынған кешеләр араһында тура контакт булмаясаҡ, ә асыҡлыҡты Федераль казначейство яғынан көсәйтелгән контроль тәьмин итәсәк.  

темалар: коррупция