Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Июндә Өфө янындағы йорттар ҡыйбатланған, ер арзанайған

Иҡтисад

Өфөгә яҡын урынлашҡан ҡала ситендәге йорттар июндә ҡыйбатланған, ә ер участкалары арзанайған.

Бөгөнгө көнгә ҡарата барлыҡ йорттар, коттедждар һәм таун-хаустар буйынса уртаса хаҡ квадрат метрына 27,2 мең һум тәшкил итә. Был үткән ай менән сағыштырғанда өс процентҡа күберәк, һәм йыл башындағына ҡарағанда 12,4 процентҡа күберәк.

Өфө янындағы ер участкалары буйынса тәҡдимдәрҙең уртаса хаҡы – бер сутыйға 56,4 мең һум. Июндә ул 3,4 процентҡа кәмегән, ә ағымдағы йыл башынан алып  16,3 процентҡа артҡан.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, ҡаланан ситтәге йорттоң минималь хаҡы бөгөн 600 мең һум тәшкил итә. Кушнаренколағы 50 квадрат метрлыҡ йорт ошо хаҡҡа һатыла. Иң ҙур хаҡ буйынса – 20 миллион һум –Михайловкала 348 квадрат метр майҙанлы коттедж тәҡдим ителә.

«Эксперт» картотекаһында иң түбән хаҡҡа тәҡдим ителгән ер участкаһы — 150 мең һум. Был Иглиндағы 15 сутыйлыҡ участка. Ҡаланан ситтәге иң ҡиммәт ер – шул уҡ Михайловакала 25 сутый.  Был участканы 2,8 миллион һумға тәҡдим итәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть