Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй журналистары Америкала стажировка үтергә саҡырыла

Йәмғиәт

2010 йылдың 1 авгусына тиклем Альфред Френдли һәм Даниэл Перлдың журналистар өсөн стипендиялар программаһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә. Был стипендиялар программаһы арҡаһында йыл һайын 10 журналист алты ай дауамында Америка баҫмаларында эшләү һәм уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлеген ала. Мәғлүмәт хеҙмәттәренән һәм гәзиттәрҙең яңылыҡтар бүлегенән, мәғлүмәт агентлыҡтарынан, онлайн-баҫмаларҙан йәки журналдарҙан штат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыуға саҡырыла.

Кандидаттарға талаптар: баҫмала йәки интернет-киң мәғлүмәт сараһында журналист сифатында өс йылдан да кәм булмаған эш стажы; 25 — 35 йәштәрҙә булыу; мөхәрририәттә уртансы звенолағы вазифа биләү; журналист карьераһына бирелгәнлек; хеҙмәттәштәр менән яңы тәжрибә уртаҡлаша белеү һәм быға теләк; баҫма етәкселеге тарафынан программала ҡатнашыуығыҙҙы хуплауҙары; инглиз телендә яҙыу һәм иркен һөйләшеү.  

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн: http://www.pressfellowships.org/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть