Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда хәләл продукцияның икенсе күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһында хәләл продукцияның икенсе күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. «Башинформ» агентлығына БР Мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет рәйесе Тимур Шәңгәрәевтың хәбәр итеүенсә, был юлы уны үткәреү урыны итеп Мәләүез ҡалаһы һайланған.

Күргәҙмәгә Башҡортостанда сертификация үткән шәриғәт ҡанундары буйынса хеҙмәт күрһәтеүселәр һәм хәләл продукция етештереүселәр йыйыласаҡ. Улар араһында беҙҙең республиканан 15 ойошма, шулай уҡ Белгород, Екатеринбург һәм Силәбе өлкәләре предприятиелары бар. Бынан тыш, күргәҙмәгә Мәскәүҙән һәм Татарстандан ҡунаҡтар киләсәк, улар был сара дауамында үткәреләсәк семинар һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнашасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда хәләл продукцияның тәүге күргәҙмә-йәрминкәһе быйыл мартта Дүртөйлөлә үткәрелгәйне. Унда туҡланыу продукттарынан алып кейемгә, косметиканан алып китаптарға һәм медицина хеҙмәтләндереүенә тиклем һәр төрлө аҙыҡ-түлек продукттары һәм хеҙмәттәр тәҡдим ителде.

Икенсе күргәҙмә-йәрминкәне асыу 7 авгусҡа планлаштырылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть