11 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2010 йыл, 13:33

Йонос ауыл биләмәһендә «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрҙеләр

автор: Марина Шумилова

Мәсетле районында халыҡ йолалары ҡәҙерләп һаҡлана. Ошо арала Йонос ауылы биләмәһендә боронғо йола байрамы — «Кәкүк сәйе» үткәрелде, тип хәбәр итә район хакимиәте сайты.  

Әгәр кәкүк ҡыйыҡ атламаһына ҡунһа – ҡайғы килә, әгәр ауылға килһә — аслыҡ була, тигән ышаныу йәшәгән элек халыҡта. Шуға күрә был ҡошсоҡтоң күңелен күрергә тырышҡандар: ул ҡысҡырған ағас төбөндә һөт, эремсек, башҡа төрлө һөт аҙыҡтары ҡалдырғандар. Малайҙар һыуҙа бешерелгән йомортҡа алып килгән һәм бәхетһеҙлек юрамауын теләгән. Ололар әйтеүенсә, был йолалар мулла йәки мәзин ҡатнашлығында башҡарылған.

Традицияға ярашлы, «Кәкүк сәйе» байрамын Йонос ауылында ауыл мәсете муллаһы асты. Әнүәр хәҙрәт Ҡөрьән аяттарын уҡыны һәм ауылдаштарына һәм бар донъяға изгелек, бәхет, мул уңыш теләне. Һуңынан спорт ярыштары һәм «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ҡулъяулыҡ йәшерәм», «Көршәк ярыу» кеүек уйындар башланды. Үҫмерҙәр, балалар, ямғыр яуыуын теләп, һыу менән ҡойоношто. Артабан халыҡ байрамын баян көйө биҙәне. Фәрит Нуретдиновтың оҫта уйнауына олоһо ла, кесеһе лә бейергә төштө. Был арала сәй ҡайнаны һәм барыһы ла байрам өҫтәле артынан урын алды.  

темалар: милли йолалар