Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында – яңы етәксе

Иҡтисад

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе итеп Марат Вәхитов тәғәйенләнде.

Биографик белешмә. Марат Муса улы Вәхитов 1964 йылда Дүртөйлө районының Семилетка ҡасабаһында тыуған. Өфө авиация институтын, 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Һалым органдарында Марат Вәхитов 1994 йылдан алып эшләй, карьера үҫешенең бар баҫҡыстарын да үткән. 1999 — 2002 йылда РФ Һалым һәм йыйым буйынса министрлыҡтың Стәрлетамаҡ районы инспекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарған.  2002 йылдан алып 2003 йылға тиклем – РФ Һалым һәм йыйымдар буйынса министрлығының БР буйынса 15-се район-ара инспекцияһы етәксеһе. 2003 — 2005 йылдарҙа ул РФ Һалым һәм йыйым буйынса министрлығының БР буйынса эре һалым түләүселәр район-ара инспекцияһы менән етәкселек иткән.  Артабан, 2005 — 2009 йылдарҙа, Марат Вәхитов БР буйынса Рәсәй күсемһеҙ милек идаралығын етәкләй. 2009 йылдан алып — Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картографияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

2009 йылда Марат Вәхитов Рәсәй Президенты патронажы аҫтындағы идара итеүсе кадрҙар резервына индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть