Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президент Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Розарио Алессандреллонан хат килде, унда ул күптән түгел Башҡортостанға сәфәре ваҡытында йылы ҡабул иткәндәре, ҡунаҡсыллыҡ һәм иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерә.

Хатта шулай тиелә:

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Башҡортостан Республикаһы өлгәшкән иҡтисади уңыштарға һоҡланыуымды белдерергә теләйем, бының һөҙөмтәһендә төрлө проектарҙы тормошҡа ашырыу хәҙер күпкә еңелерәк. Башҡортостанға барып ҡайтҡандан һуң мин, атап әйткәндә, һеҙҙең республикала итальян технологиялары буйынса заманса күн эшкәртеү предприятиеһы төҙөү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү менән шөғөлләнергә тейешмен.

Киләһе йыл Италияла Рәсәй мәҙәниәте йылы һәм Рәсәйҙә Италия мәҙәниәте йылы үткәреү менән бәйле Һеҙҙе күреүгә шат буласаҡмын», — тиелә Розарио Алессандреллоның хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть